Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября , 07:10

Ҡорал менән уйнамағыҙ!

Ҡариҙел районында үҫмерҙәр ҡатнашлығында борсолдорғос хәүефле хәл булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡорал менән уйнамағыҙ!Ҡорал менән уйнамағыҙ!
Ҡорал менән уйнамағыҙ!

Был турала үҙенең МАКС-каналында БР Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итә.

Дәрестән һуң, бер уҡыусы малай тиҫтерҙәренә күрһәтәм, тип өйҙән, һорамайынса, травматик пистолет алып сыҡҡан. Ҡорал менән һаҡһыҙ мөғәмәлә итеү һөҙөмтәһендә ул осраҡлы атылған, икенсе үҫмерҙең йөҙө йәрәхәтләнгән.

"Зыян күргән үҫмергә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгән, хәҙер уның һаулығына хәүеф янамай. Был осраҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның (КДН) айырым контроленә алынған. Үҫмерҙәр һәм уларҙың ғаиләләре профилактик иҫәпкә ҡуйылған, улар менән белгестәр эшләй, мәктәптә аңлатыу әңгәмәләре үткәрелгән.

Ата-әсәләргә тағы бер тапҡыр иҫкәртәм: теләһә ниндәй ҡоралды, шул иҫәптән травматик һәм пневматик ҡоралды һаҡлау ҡағиҙәләре ҡәтғи үтәлергә тейеш. Ҡорал һәм патрондар тик бикле сейфтарҙа ғына һаҡланырға, балаларҙың уларға бөтөнләй ҡағылыу мөмкинлеге булмаҫҡа тейеш.

Ата-әсәләрҙең иғтибарһыҙлығы һәм яуапһыҙлығы бында үтә ҡиммәткә төшөргә мөмкин. Бындай һәр осраҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының шәхси контролендә буласаҡ.

Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, ҡорал һаҡлағанда вайымһыҙлыҡҡа юл ҡуймағыҙ!" тип яҙған Килсенбаев (max.ru/kilsenbaev). 

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Алһыу Ишемғолова