Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября , 04:10

Мал аҙығын әҙерләү планы үтәлде!

Башҡортостанда малсылыҡ тармағы өсөн аҙыҡ әҙерләү миҙгеле тамамлана. Ҡуйылған план үтәлгән, әммә мөмкин булғанса эш тағы ла дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мал аҙығын әҙерләү планы үтәлде!Мал аҙығын әҙерләү планы үтәлде!
Мал аҙығын әҙерләү планы үтәлде!
Сифатлы мал аҙығын әҙерләү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты маҡсаттарына ярашлы алып барыла. Башҡортостан хужалыҡтары мал аҙығын 10 октябргә үк планға ҡарата 101 процентҡа үтәгән. һәр мал башына 26 центнер тиерлек аҙыҡ тура килә.
20 октябргә ҡарата план 103 процент тәшкил итә. Сенаж 1,1 млн тонна әҙерләнгән, силос һалына.
 
Фото: Минсельхоз РБ.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова