Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября , 06:53

Үлемесле авария...

Бәләбәй районында юл-транспорт ваҡиғаһында 18 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үлемесле авария...Үлемесле авария...
Үлемесле авария...

Алдан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, кисә кис Ыҫлаҡбаш-Ҡанаш автомобиль юлының 5-се километрында 18 йәшлек егет ВАЗ-2114 автомобилендә юлға сыҡҡан. Егеттең водитель танытмаһы булмаған, ә автомобиль билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән.

Идара итеүҙе юғалтыу һөҙөмтәһендә автомобиль юлдан ситкә осоп төшөп, түңкәрелгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған йәрәхәттәренән 18 йәшлек водитель ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы килеп еткәнсе үк ваҡиға урынында йән биргән.

Автомобилдәге 17 йәшлек пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән Бәләбәй ҡалаһының үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.

Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә шарттары асыҡлана.

Йәш ғүмерҙең шулай ҡапыл өҙөлөүе бик аяныс. Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Руль артына ултырғанда үҙебеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмере өсөн яуаплы икәнебеҙҙе онотмайыҡ.

Фото: https://web.max.ru/-70920650465299

 

Үлемесле авария...
Үлемесле авария...
Автор:Баныу Ҡаһарманова