Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября , 05:00

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының яңы составына тәүге 10 ағза раҫланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указда исемлек бирелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының яңы составына тәүге 10 ағза раҫландыБашҡортостандың Йәмәғәт палатаһының яңы составына тәүге 10 ағза раҫланды
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһының яңы составына тәүге 10 ағза раҫланды

УГ-1066-сы указға (https://npa.bashkortostan.ru/50732/) ярашлы, тәүге ун кеше шулар: Ынйы Әхмәҙуллина, Дмитрий Глушко, Анна Иҙрисова, Марат Мәрҙәнов, Рәмил Рәхимов, Евгений Телепнев,  Хәмзә Хафизов, Илнур Юлдыбаев, Гөлназ Йосопова, Азамат Муллашев. 

Декабрҙә БР Йәмәғәт палатаһының етенсе составының мөҙҙәте сыға. Законға ярашлы, яңы составтың өстән бер өлөшөн БР Башлығы раҫлай, тағы икенсе өстән бер өлөшө БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа раҫлана. Ҡалғаны палатала билдәләнә.

27 октябрҙә икенсе унау билдәле булырға тейеш. Һигеҙенсе составтың тәүге ултырышы декабргә күҙалланған.

Сығанаҡ: БР Йәмәғәт палатаһы.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова