

Әбйәлил фермеры Айтуған Фәттәховтың район үҙәгенән бер нисә саҡрымда ғына урынлашҡан Айғырбатҡан утарында сәйер хәлдәр күҙәтелә. Тәүҙә йылҡы көтөүенән сатан ҡолон юғала. Күп тә үтмәй, йәш ярымлыҡ тай ҙа эҙһеҙ юҡҡа сыға.
Фермер малдарының ҡайҙа юғалыуын асыҡлар өсөн фототоҙаҡ урынлаштырырға ҡарар итә. Камера яҙмаларын ҡарағас, барыһының да шомло сере асыла: утарҙан ни бары бер саҡрым алыҫлыҡта инә айыу ике балаһы менән, бер нисә көн рәттән килеп, йәшереп ҡалдырған табышы менән һыйлана. Төнөн иһә кадырға малсылыҡ комплексы тирәләй йөрөгән ҡабан сусҡаһы ла эләгә.
Был осраҡ хафаға һала: һуңғы йылдарҙа республикала айыуҙар һаны ныҡ артты. Улар мал-тыуарға ғына түгел, кеше ғүмеренә лә хәүеф менән янай башланы. Йыртҡыстарҙың популяцияһын көйләү маҡсатында, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яңы сара индерҙе: хәҙер айыу алған һунарсыларға 50 мең һум түләнә.
Фото: А. Фәттәховтың архивынан.