Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Октября , 05:20

Ҡандракүлгә аҡҡоштар ял итергә төшкән

«Ҡандракүл» тәбиғәт паркының көнбайыш яры үҙенә күрә бер аҡҡоштар батшалығына әүерелде. Бында бер ыңғайҙан 300 яҡын аҡҡош туҡталып, ял итә. Иң ҡыуаныслыһы — ҡанатлы ҡунаҡтарҙың 63-ө быйыл ғына ҡанат нығытҡан йәш ҡоштар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡандракүлгә аҡҡоштар ял итергә төшкәнҠандракүлгә аҡҡоштар ял итергә төшкән
Ҡандракүлгә аҡҡоштар ял итергә төшкән

Экологтар билдәләүенсә, ҡоштарҙың бында күпләп төшөүе күлдең тәбиғәте таҙа һәм экологик хәле яҡшы булыуы тураһында һөйләй. Бында ышылдаҡ аҡҡоштарҙан тыш, ҡаңғылдаҡ һәм бәләкәй аҡҡоштарҙы ла осратырға мөмкин. Әлегә гүзәл ҡоштар беҙҙең яҡтарҙан китергә ашыҡмай. Улар тик октябрь аҙағы — ноябрь башында, тәүге ныҡлы ҡырауҙар төшөп, һыу туңа башлағас ҡына йылы яҡтарға юл аласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова