

Ҙур булмаған кер һабыны киҫәгенә (20 г тирәһе) 50 г башлы һуған, берәр ҡалаҡ ҡаймаҡ һәм бал ҡушып бутарға.
Килеп сыҡҡан ҡатнашманы һөйәлгә һылап, бинт йә марля киҫәге менән бәйләп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк уны йылы һыу менән йыуып төшөрөргә. Был процедураны һөйәлдәр бөткәнсе ҡабатларға мөмкин.
Бер үк күләмдә алоэ япрағы, сей картуф, башлы һуған алып, ҡырып, бергә ҡушып бутарға. Шуны һөйәлгә һыларға һәм өҫтөнә урталай ҡырҡылған алоэ япрағы ябып, бинт менән бәйләп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк йылы һыу менән йыуырға.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.