

...Учалы ҡалаһының һөнәрселек училищеһында тырышып уҡыған, спортта, йәмәғәт эшендә әүҙем булған Әлфидәне курсташы Гөлназ үҙенең никахына саҡырҙы. Ябай ҡунаҡ итеп түгел, ә шаһиты итеп. Атаһының ата-әсәһендә - Лида Мәүлитбай ҡыҙы менән Ғәләхмәт Мөхәррәм улы Шайморатовтарҙың ғаиләһендә үҫкән ҡыҙ Мулдаҡайға барырға рөхсәт һорағас, ҡартнәйе артыҡ һүҙһеҙ ризалығын бирҙе, ә ҡарттайы иһә ҡаршы булыуын белдерҙе:
- Йәшһең әле ундай-бындай сараларға йөрөргә.
Ҡартнәйе хәләл ефетен һылап-һыйпап, ейәнсәрен ҡунаҡҡа ебәрергә күндерҙе ҡалай ҙа. Ғүмерҙә булмағандайса, бигерәк ашҡынып, тулҡынланып йыйынды юлға Әлфидә, алда уны бер ҡосаҡ һөйөнөс, әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыуаныстар ғына көткәндәй ине.
Мәжлескә кейәү егете Рөстәмдең ике туған ҡустыһы Хәлил дә саҡырылғайны. Сибәр егет менән танышҡанда “Хәлил” тигән исемде тәүгә ишетте Әлфидә. Серле яңғырашлы ят исем теленә йомшаҡ ятты: “Хә-лил... Хә-лиил”. “Тәртипле, итәғәтле, хәстәрлекле” тигәнде ишетте был исем артында. Никахҡа әҙерләнгәндә ҡул ҡаушырып ултырмаған, ярҙам итергә тырышҡан ярҙамсыл, егәрле егеткә йәшерен күҙ атты, башлап һүҙ ҡушырға йөрьәт итмәне. Хәлил иһә үтә һөйкөмлө, яғымлы тауышлы, йылмайғанда күҙҙәренән нур сәселгән ҡыҙҙы тәү күреүҙән оҡшатҡайны, уға ҡараған һайын ҡарағыһы, һүҙ ҡушҡыһы килеп тик торҙо.
Никах барышында ҡунаҡтарға ҡалаҡлап шәкәрле һыу өләшкән Әлфидә Хәлилдең сынаяғына татлы шыйыҡсаны күберәк ағыҙып ташланы ла, егеткә ҡарай һалды. Уларҙың күҙҙәре осрашты. Егеттең үткер, һынсыл ҡарашынан ҡыҙ ҡаушаны, ҡулдары дерелдәне, ләкин ғәжәп - шул уҡ мәлдә рәхәт тә булып китте, гүйә, уларҙы йылылыҡ ептәре бәйләне.
Никах уҡылып бөткәс тә, Хәлил Әлфидә янына килде, уратып-суратып тормай, тура һораны:
- Егетең бармы?
- Юҡ, - тине.
- Минең менән йөрөйһөңмө?
Әлфидә бер мәлгә генә уйға ҡалып торғандан һуң йылмайҙы:
- Йөрөйөм.
Ошо һүҙҙән дәртләнгән Хәлил утты ҡыҙыуында һуғырға булды, ахыры:
- Кейәүгә сығаһыңмы миңә?
Әлфидә уның һүҙҙәрен ысынға алманы, юрый әйтәлер, тип уйлап, шаяртып яуапланы:
- Сығам!
- Бер нисә көндән һиңә яусы ебәрәм, - тине Хәлил. Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләүен, Әлфидә кеүек үк олатай-өләсәй ҡарамағында үҫеүен, өй һалып, ауылда йәшәргә ниәтләүен һөйләне. Уны иғтибар менән ҡыҙыҡһынып тыңланы Әлфидә. Йәш кенә булһа ла, тормошҡа етди ҡарашлы, маҡсатлы, тип уйланы. Яҡты йөҙлө, эшкә шәп Әлфидә өйгә ҡайтҡас, яҡшы егет менән танышыуын ҡартнәйенә хәбәр итте:
- Яусылап киләм, тине. Ҡарттайға әйтергә ҡурҡам...
Талапсан, ҡырҡыуыраҡ холоҡло ғаилә башлығына яңылыҡты нисек итеп еткерергә белмәй аптырашып, икәүләп байтаҡ баш ваттылар. Стратегик, тактик план ҡороуҙары бушҡа булды, ҡарттайы яусы хаҡында ишетеү менән, ярай, килһен, тип кенә ҡуйҙы.
Танышҡандың дүртенсе көнөндә Хәлил ҡыҙҙы һоратырға Гөлназ һәм Рөстәм менән бергә килгәйне, тыйнаҡ ҡына өйгә үттеләр, таныштылар, ниндәй ниәт менән йөрөүҙәрен әйттеләр – хас та донъя күргән оло кешеләрҙәй тотто үҙҙәрен. Ғәләхмәт Мөхәррәм улы Хәлил менән әңгәмәләшкәндән һуң, буласаҡ кейәүенән ҡәнәғәт ҡалды, фатихаһын бирҙе. Өсөнсө сентябрҙә никах уҡытып, йәш кәләш ире менән Уренгойға юлланды, практикаһын шунда үтте. Һуңынан тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнделәр. Ата-әсәй булыуҙың бәхетен беренсегә татытҡан тәүге сабыйҙарына Әлиә тип исем ҡуштылар. Күп тә үтмәне, Әлфидә йәнә ауырға ҡалды һәм өсөнсө курсты тамамлар саҡта Илинаны тапты...
Хәтирәләр йомғағын тағатҡан Әлфидә шул мәлдәге ҡыҙыҡ хәлде көлә-көлә иҫләй:
- Бала тапҡандан һуң өс көн үткәс, диплом яҡлай торған көн ине, мин иртән ҡартнәйемә шылтыратам, миңә йәһәт кенә кейем килтер әле, тип. Йәнәһе лә, берәү тиҙ генә дипломын яҡлап килә. Ҡартнәйем бахырҡайым ашығып Ҡунаҡбайҙан әйберҙәремде килтереп еткергән булды. Сығара торғандары бармы инде яңы бәпесләгән ҡатынды?! Юҡ, әлбиттә! Дипломым әҙер ине, уны мастерыбыҙ комиссияға тапшырҙы. Юғары баһа ҡуйҙылар. Шулайтып уҡыуҙы ике балалы әсә булараҡ тамамланым.
2017 йылда Кирәйевтарҙың Әмир улдары донъяға килә, 2023 йылда – кинйә ҡыҙҙары Әминә. Был осорға Хәлил уйлағандарын тормошҡа ашырып, Абҙаҡ ауылында йорт төҙөй, малсылыҡ, урман-ағас эше менән шөғөлләнә. Әлфидә тәүҙә почтальон булып эшләй, әлеге ваҡытта ауыл мәҙәниәт йорто мөдире эшен атҡара. Уңған, оҫта ҡуллы, аш-һыуға маһир ҡатын заказға торттар, бәлештәр бешерә. Хәлил дә, Әлфидә лә эшһөйәрҙәр, бала саҡтарынан баҫылып эшләп өйрәнгәнгә, ҡарап тормайҙар, тота ла эшләй ҙә башлайҙар. Икеһенең дә ҡулдарынан килмәгән бер эш юҡ. Балаларын да бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөргә өйрәтәләр, ҙур эштәрҙе гел бергә, күмәкләп башҡаралар. Өсөнсө синыфта уҡыған Әмир атаһы һымаҡ техникаға мөкиббән киткән бала, уның өсөн, мәҫәлән, велосипедты йүнәтеп алыу бер ни тормай. Ҡыҙҙар, әсәйҙәренән күрмәксе, ҡул эштәрендә оҫталыҡтарын камиллаштыра, аш-һыу серҙәренә төшөнә. Татыу ғаиләлә үҫкән балаларҙың дүртеһе лә тырыш, тәрбиәле, спортты ярата, мәктәптә яҡшы өлгәшәләр.
- Ҡарттайым менән ҡартнәйемә мине эш һөйөргә өйрәтеп, һәйбәт итеп тәрбиәләгәндәре өсөн бик ныҡ рәхмәтлемен, - ти Әлфидә. – Бөтә эште белеп үҫтем, шуға ла йәшләй кейәүгә сыҡһам да, юғалып ҡалманым, ең һыҙғанып донъя көтөргә керештем. Иремдең дә олатай-өләсәйенә рәхмәттәр уҡып бөтөрлөк түгел. Хәлилгә матур тәрбиә биргәндәр. Ул ысын ир-егеттәргә хас булған иң күркәм сифаттарға эйә – көслө, ышаныслы, сабыр, аҡыллы, хужасыл, һәр нәмәне уйлап эшләй. Ныҡлы ҡалҡаныбыҙ, уның ҡанаты аҫтында тыныслыҡта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Минең ынтылыштарымды аңлап, күтәреп-күтәрмәләп торғаны өсөн айырым рәхмәт иремә. Ул минең төп көйәрмәнем. Балаларҙы, йорт-ерҙе ышанып тапшырып, ярыштарға йөрөй алам, уның ярҙамында күнекмәләргә йөрөү, турнирҙарҙа ҡатнашыу форсатым бар.
Әйткәндәй, дүрт бала әсәһе – футболсы! Ҡаланың “Элита” командаһы составында уйнай. 3-сө мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Айгөл Ҡолмөхәмәтова етәкләгән команданың ойошторолоуына ни бары ике генә йыл, ә еңеүҙәре бихисап. Ихлас күңелле Әлфидәнең ауылдан илле саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ҡалаға даими рәүештә күнекмәләргә йөрөүе – үҙе бер батырлыҡ! Нисек һин бөтә нәмәгә өлгөрәһең, ҡайҙан көс алаһың, тигән һорауға, теләк булһа, ваҡыт табыла, тип яуапланы:
- Көстө инде ғаиләм бирә. Ирем менән балаларым – иң оло байлығым, баһалап бөткөһөҙ хазинам. Барыһы өсөн дә яҙмышыма рәхмәтлемен!
Фото: ғаилә архивынан.