Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октября , 05:46

Кеше машинаһын урлаған һәм... ауҙарған

Октябрьскийҙа 25 йәшлек егет ВАЗ-2106 автомобилен урлап, бер төн эсендә юл-транспорт ваҡиғаһы ҡылырға, машинаны соҡорға ауҙарырға һәм такси менән ҡасып китергә өлгөргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кеше машинаһын урлаған һәм... ауҙарғанКеше машинаһын урлаған һәм... ауҙарған
Кеше машинаһын урлаған һәм... ауҙарған

37 йәшлек ир машинаһының юғалыуы тураһында ДАИ-ға хәбәр иткән. Полиция хеҙмәткәрҙәре һуңынан асыҡлауынса, 25 йәшлек егет номерһыҙ ВАЗ-ды күреп ҡалған да, асыҡ тәҙрә аша инеп, үҙенең асҡысы менән ҡабыҙған һәм дуҫы менән юлға сыҡҡан. Хәрәкәт итеү барышында икенсе машинаға бәрелгән һәм юлдан осҡан. Авариянан һуң егеттәр такси саҡыртып, китеп барғандар.
Оператив саралар барышында шикләнеүсене тотҡандар. Уға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһы 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (автомобилде законһыҙ үҙләштереү).

Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова