

«Бәхет биләмәһе», «Өфө хосписы» хәйриә фондтарының попечителлек советтары рәйесе Каринэ Хәбирова Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы составында «Балаларҙың именлегенә инвестициялар: киләсәк быуындар өсөн тотороҡло һәм ғәҙел үҫешкә юл» тип аталған Бөтә донъя саммиты эшендә ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, саммиттың төп үҙенсәлеге – унда балалар һәм үҫмерҙәр өлкәндәр менән бер рәттән ҡатнаша, мәсьәләләр үҙҙәре исеменән күтәрелә.
Иғтибар үҙәгендә – социаль хеҙмәттәрҙең һәр кем өсөн асыҡ һәм сифатлы булыуы, балалы ғаиләләргә ярҙам саралары, балаларҙың һаулығын һаҡлау һәм иртә үҫешеүе, һәр баланың һаулыҡ торошона һәм тормош шарттарына ҡарамаҫтан кәрәкле ярҙам ала алыуын тәьмин итеү, шулай уҡ инклюзив белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре.
Каринэ Хәбирова шулай уҡ балалар онкологияһы буйынса II Халыҡ-ара конгрестың юғары кимәлдәге сессияһында ҡатнашты.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.