Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октября , 11:05

Кәмһетеү 5 мең һумға төшкән

 Баймаҡта йәшәүсе ҡатынға телефон аша кәмһетеү һүҙе һөйләгән өсөн штраф һалынған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кәмһетеү 5 мең һумға төшкәнКәмһетеү 5 мең һумға төшкән
Кәмһетеү 5 мең һумға төшкән

Билдәле булыуынса, ул телефондан һөйләшкән ваҡытта үҙенең танышын мыҫҡыл иткән. Һөйләшеүҙе зыян күреүсе үҙе яҙҙырып алған — был яҙма төп дәлил булған.

Тикшереүҙән һуң прокуратура административ эш асҡан. Мирауай судъя ҡатын-ҡыҙға 5 мең һум күләмендә штраф тәғәйенләгән.

Автор:Гөлнара Солтанова