

Бөгөн һәр кемебеҙ һалдаттар өсөн доға ҡылабыҙ һәм уларҙы тиҙерәк өйҙәренә имен-һау Еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Яугирҙарға тыл ярҙамы ла кәрәк, был ил һаҡсыларының рухын нығытырға, ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәүҙә булышлыҡ күрһәтә.
«Һин яңғыҙ түгел, һалдат!» - тип Садовый ауылының миһырбанлы ҡатын-ҡыҙҙары клубҡа йыйылып, изге эшкә йәнә тотонған. Был юлы ауыл уңғандары яугирҙарҙың иммунитетын нығытыусы витамин ҡатнашмаһын һәм ҡойма ямғырҙарҙан һаҡлаған плащ-палаткалар әҙерләгән. Афарин, садовыйҙар!
Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан.