

Ҡара миләштең төп файҙалы үҙенсәлеге – уның яман шешкә ҡаршы тора алыуында. Төҫөнән үк күренеүенсә, ҡара миләштә антоциан күп. Антоциандар, икенсе төрлө уны антиоксиданттар тип атайбыҙ, күҙәнәктәрҙә үҙгәрештәр тыуҙырыусы кислородтың ирекле радикалдарын нейтралләштерә. Уның составындағы таниндар канцерогендарҙы берләштереп, шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
Ҡара миләш файҙалы витаминдарға һәм микроэлементтарға бай. P, C, PP, E, шулай уҡ B төркөмө витаминдары, каротин, көкөрт, тимер, марганец, баҡыр составындағы тап ошо матдәләр күп ауырыуҙы иҫкәртеүҙә һәм дауалауҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Унда шулай уҡ фруктоза менән лактоза бар. Был тиҙ үҙләштерелеүсе шәкәр диабет менән ауырыусылар өсөн бик тә файҙалы. Ҡара миләш емеше мейе эшмәкәрлеген, ҡан баҫымын көйләргә лә ярҙам итә. Шулай уҡ иммун системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә.
Уның йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәр өсөн дә файҙаһы ҙур. Бынан тыш, ул ҡыҙылса, тиф, скарлатина ауырыуҙарын дауалау өсөн дә файҙаланыла. Ҡара миләштең файҙалы үҙенсәлектәре нур ауырыуын дауаларға ярҙам итеү осраҡтары билдәле. Ул бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшыртырға булышлыҡ итә, атерсклероз менән ревматизмды дауалай. Ҡан баҫымын күтәрә, тип ҡурҡырға ла түгел, киреһенсә, уны беренсе һәм икенсе дәрәжәләге гипертония ауырыуҙарын дауалауҙа файҙаланалар. Ул ҡандағы холестерин кимәлен кәметә, юғары кислоталылыҡҡа ҡаршы көрәшә.
Миләш ҡулланыу дизентерия таяҡсалары үҫешен дә тотҡарлай. Емешенең составындағы пектиндар организмдан ағыулы һәм радиоактив матдәләрҙе сығарырға булышлыҡ итә. Үт ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә булыу сәбәпле, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итә.
Составында йод күп булыу сәбәпле, диффуз боғағы менән яфаланыусыларға тәҡдим ителә. Уны даими рәүештә ҡулланғанда эндокрин системаһына ыңғай йоғонтоһо булыуы ихтимал.
Ҡара миләштең емеше генә түгел, япраҡтары ла файҙалы. Уны бауыр эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн ҡулланалар. Иң күп файҙалы матдәләр уның емешенең ҡабығында. Улар ҡан тамырҙары нығытыуға айырыуса ҙур йоғонто яһай.
Органик кислоталарға бай булыу сәбәпле, гастрит һәм ашҡаҙан, бөйән сей яраһы ауырыуҙары булғанда һаҡ булырға кәрәк. Сир киҫкенләшмәгән осраҡта әҙ-әҙләп кенә ҡулланырға ярай. Шулай уҡ гипотониктарға (ҡан баҫымы түбән булғанда), эс ҡатҡанда, ҡан ҡуйы булғанда уны ҡулланыуҙан тыйылып торорға кәңәш ителә.
Дауалау ысулдары
Юғары ҡан баҫымынан: 1 кг миләшкә бер стакан һыу ҡойоп, 30 минут бешерергә. Һуңынан һутып һөҙөп алып, көнөнә ике тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Түбән кислоталы гастриттан: 0,25 стакан яңы һығылған һутын эсергә.
Гипертония ауырыуҙарынан: 50 г емешенә бер ҡалаҡ бал ҡушып, 40 көн дауамында ҡулланырға.
Атеросклероздан: 1 кг емешенә 700 г шәкәр ҡушып иҙергә һәм көнөнә 100 г ашарға.
Гиповитаминоз, аҙ ҡанлылыҡтан: ҡара ҡарағатты ҡара миләш менән ҡушып бутарға. Шулай уҡ ҡарағат урынына гөлйемеште бешереп ҡушырға ла мөмкин.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.