

Республика көнөндә Өфөлә тантаналы йыйылыштар, төрлө акциялар һәм күргәҙмәләр, шулай уҡ күңел асыу һәм физкультура-спорт саралары ойошторола.
9 октябрь:
Ленин исемендәге яңыртылған паркты асыу;
Уҡыусыларҙы «шайморатовсылар»ға бағышлау — Совет майҙаны;
Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл асыу – М.Шакиров исемендәге сквер (Коммунистик урамы, 75).
11 октябрҙә төп байрам саралары уҙасаҡ: көндөҙгө сәғәт 12-лә райондарҙа түбәндәге майҙансыҡтарҙа үтәсәк.
«Тыуған яҡҡа һөйөү менән» — «Дим» паркы;
«Сәскә ат, республикам минең!» — «Беренсе май» паркы;
«Тыуға яҡ моңдары» — С.Т. Аксаков исемендәге баҡса;
«Минең Республикам» — «Тулҡын» паркы;
«Сәләм, Башҡортостан!» — «Ҡашҡаҙан» паркы;
«Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» — С. Орджоникидзе исемендәге майҙан;
«Тыуған төйәк моңдары» — И. Яҡутов исемендәге парк.
11 октябрҙә сәғәт 11-ҙән Башҡортостандың Урмансылар паркынан төньяҡ йөрөшө буйынса асыҡ ярыштар башлана.
10-12 октябрҙә Көрәш һарайында «Республика кубогы» мультитурниры үткәрелә.
Саралар әҙерләү һәм үткәреү менән бәйле майҙансыҡтар эргәһендәге юлдарҙа транспорт хәрәкәтен сикләү планлаштырыла.