Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября , 12:20

Көндәр һыуыта

Урыны менән ҡар яуыуы көтөлә

Добавить в предпочтительные источники Google
Көндәр һыуытаКөндәр һыуыта
Көндәр һыуыта
 Йәкшәмбе, 4 октябрҙә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала  ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0, -5°, көндөҙ +2,+7°.
Дүшәмбе, 5 октябрҙә, йәнә бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ көнбайышта яуым-төшөмһөҙ. Төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ, аБшҡортостандың көнсығышында сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, ваҡытлыса ҡар япмаһы ятыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, - 4° көндөҙ +5,+ 10°.
 
Автор:Динара Сафиуллина