Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября , 14:10

Икеләтә ҡыуаныс!

МХО-нан ялға ҡайтҡандар

Добавить в предпочтительные источники Google
Икеләтә ҡыуаныс!Икеләтә ҡыуаныс!
Икеләтә ҡыуаныс!

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында икеләтә ҡыуаныс: яугир улы һәм ейәне бергә ялға ҡайтҡан.

Вәлиәхмәт һәм Гөлйыһан Искужиндарҙың «Спутник» позывнойлы улдары һәм "Самурай" исемле ейәндәре махсус хәрби операциянан ялға ҡайтты. Бер юлы ике батырҙың ҡайтыуы — ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет һәм оло бүләк.

Батырҙарҙы өйҙә өҙөлөп көткән тормош иптәше, балалары, апай-һеңлеләре генә түгел, тотош Йәнтеш ауылының "Тау халҡы" урамы халҡы ҡаршы алды. Яугирҙарҙың тыуып үҫкән йорто алдында класташтары, йәшлек дуҫтары, туғандары йыйылды. Ҡыуаныс күҙ йәштәре, йылы ҡосаҡтар, матур хәтирәләр...

Ҡаһарман ир-егеттәргә яҡшы итеп ял итеп, көс-ҡеүәт туплап, имен-һау Еңеү менән яҡындары янына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.

Автор:Динара Сафиуллина