

Павловка ауылында кисә төнөн юлда бер ҡатынды бәрҙереп китәләр. Ярҙам итеү урынына водитель авария урынын ташлап китә. Ауыр йәрәхәттәр алған 49 йәшлек ҡатын ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем һәләк булған.
Оператив-эҙләү саралары барышында водитель Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан тотола. Енәйәтсе «Хавал Джулиан» автомобилендәге 59 йәшлек ир булып сыға. Кеше үлемендә ғәйепле иргә закон алдында яуап тоторға тура киләсәк.