Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября , 05:00

2027 йылда әсәлек капиталы арта

Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
2027 йылда әсәлек капиталы арта2027 йылда әсәлек капиталы арта
2027 йылда әсәлек капиталы арта

2027 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы беренсе балаға – 778,5 мең һум, икенсеһенә 1 028,7 мең һум була (ғаилә беренсе бала өсөн алмаған осраҡта).

Беренсе бала 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған булһа, икенсе балаға өҫтәмә түләү 250,3 мең һумға тиклем арта.

Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 1 февралдән 30,4 мең һумғаса күтәрелә.

Был турала РФ хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Әйткәндәй, Башҡортостанда әсәлек капиталы буйынса ғариза дүрт көндә ҡарала.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: