

Бүләкләү тантанаһында БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин ҡатнашты.
— Уҡытыусылар —белем генә биреп ҡалмай, улар йәмғиәтебеҙ өсөн бик тәрән һәм дөрөҫ миссия алып бара. Уҡытыусылар кеүек энтузиастар булғанда беҙҙең киләсәгебеҙ яҡты булыр. Беҙ аңлайбыҙ: һеҙҙең һәр берегеҙ беҙҙең бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе формалаштырыуҙа ҡатнаша. Һеҙ һалған һөйөү, илһөйәрлек тойғоһо тотош быуынға етергә тейеш. Һеҙ алып барған изге миссия өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, – тине БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Уҡытыусыларҙы мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин да ҡотланы.
Илебеҙҙең ҙур мәғариф системаһының, иҡтисадының һәм дәүләтенең нигеҙе һәм каркасын төҙөү һеҙһеҙ, уҡытыусыларһыҙ мөмкин түгел. Ул ҙур көндәлек хеҙмәт. Мин уҡытыусыларҙан йыш ҡына шундай матур һүҙҙәр ишетәм:”Мәктәпкә балалар өсөн генә киләм”. Был, ысынлап та, шулай, сөнки балалар ата-әсәләренән һәр саҡ яҡшыраҡ”, – тине министр.
Конкурста аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған дәрес алып барыусы һәм 3 йылдан кәм булмаған стажға эйә булыусы уҡытыусылар ҡатнаша ала. Төп эш урыны дөйөм белем биреү ойошмаһы булырға тейеш. Премияның күләме – 200 мең һум. Ыйыл конкурста бөтәһе 143 уҡытыусы ҡатнашҡан, шуларҙың 39-ы иң яҡшылар исемлегенә инде.
Бүләкләнеүселәр араһында Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интеренатының математика уҡытыусыһы Нәзирә Аллаярова ла бар. Нәзирә Абдулла ҡыҙының педагогик стажы – 40 йыл. 2010 йылда ла ошондай уҡ премияға лайыҡ булған ул.
— Был премияға лайыҡ булыр өсөн бик күп эшләргә кәрәк. Минең уҡыусыларымдың Гагарин кубогына олимпиаданың төбәк-ара этабында уңыштары, ғилми-ғәмәли эштәр буйынса төбәк-ара кимәлдә һөҙөмтәләре, атап әйткәндә, “Фәнгә старт” конкурсында һөҙөмтәләре бар. Шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтихан һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алына. Бөтә уҡыусыларым да математиканан БДИ буйынса 70-тән ашыу балл йыйҙы, иң юғары балл 94 булды. Әлбиттә, улар өсөн бик шатмын. Тимәк, минең хеҙмәтем бушҡа булмаған.
Конкурста еңеүселәр араһында тел уҡытыусылары ла күп кенә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Әлфиә Ғәбиҙуллина. Ул баш ҡаланың Кәримов Рәүил Абдулла улы исемендәге 42-се лицейында эшләй. Хеҙмәт стажы – 13 йыл. “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2026” төбәк-ара конкурсы лауреаты. 2025 йылда “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” конкурсында еңеүсе. Бынан башҡа ла ҡаҙаныштары бар уның.
Уҡытыусылар көнө алдынан бындай матур саралар тағы ла көтөлә. БР Хөкүмәте премьер-министрының тәүге урынбаҫғары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, быйыл тәүге тапҡыр “Уҡытыусылар балы” ойошторола.
Фото:Автор фотоһы.