Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октября , 09:56

Ололарҙың күңелдәре булып таралышты

Учалы районының бәләкәй генә Ташҡыя ауылында инде ҡырҡ йылға яҡын Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған байрам үтә. Быйыл да активистар был эштән ситтә тороп ҡалманы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ололарҙың күңелдәре булып таралыштыОлоларҙың күңелдәре булып таралышты
Ололарҙың күңелдәре булып таралышты

Оло йәштәгеләр быйыл сират буйынса Зилә Зиннур ҡыҙының күркәм йортона йыйылды. Наурыҙ ауыл хакимиәте башлығы Гөлсинә Фәттәхова ит менән тәьмин итте, өҫтәп бауырһаҡ килтерҙе. Ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлде Зилә Сәғитуллина, Вәсилә Аллаярова, Зифа Бапанина һәм Зилдә Мәүлитова бергәләп әҙерләне.

Ташҡыяла егермеләп кенә йортта йәшәйҙәр. 60 йәште уҙған 14 кеше иҫәпләнә, уларҙың күпселеге байрамға килде. Аш ашап, сәй эсеп, күңелдәре булып ҡайттылар. Зилә Зиннур ҡыҙы менән Зифа Сафиулла ҡыҙы күстәнәстәр ҙә әҙерләгән, ә Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы һәр береһенә шопер теккән. Тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланһын, тигән изге теләк менән доғаларын уҡып таралышты инәй-олатайҙар.

 

Ололарҙың күңелдәре булып таралышты
Ололарҙың күңелдәре булып таралышты
Ололарҙың күңелдәре булып таралышты
Ололарҙың күңелдәре булып таралышты
Ололарҙың күңелдәре булып таралышты
Автор:Лилиә Фазлетдинова