

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының Тәфтиш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 сентябрь кисендә Сибай ҡалаһындағы фатирҙарҙың береһендә янғын сыҡҡан. Торлаҡтан бысаҡ менән яраланған үҫмер ҡыҙ ҡотолоп сыға алған.
Янғынды һүндергән ваҡытта фатирҙа шулай уҡ 19 йәшлек егеттең кәүҙәһе табылған.
Бәлиғ булмаған ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар. Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм криминалистары полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ваҡиғаның асылына төшөнә: енәйәт урынын тикшергәндәр, суд экспертизаларын тәғәйенләгәндәр.
Фото: "Башинформ"