

✨ Күңел тигәнең китап кеүек, кешегә ышанып тапшыраһың – йыртып ҡайтаралар.
✨ Һин ергә ятып, өҫтөңдән тапап йөрөргә рөхсәт ит, барыбер риза булмаҫтар, ниңә тигеҙ түгелһең тип һөйләнерҙәр. Кешеләр һинең турала нимә уйлауы бөтөнләй борсомаһын. Үҙеңсә йәшә.
✨ Йылдар уҙған һайын күҙҙәр насарыраҡ, ә йөрәк яҡшыраҡ күрә.
✨ Һөйләшергә өйрәндең — тимәк, үҫтең. Өндәшмәҫкә өйрәндең — тимәк, аҡылға ултырҙың.
✨ Күңеле таҙа кеше башҡалар күңеленән кер эҙләмәй.
✨ Бөтә ябыҡ ишектәрҙе шаҡырға, бөтә асыҡ ишектәргә инергә ярамай икәнен йәшәй-йәшәй генә аңлайһың.
✨ Ғүмер китабыңды ялыу кенәгәһенә әйләндермә.
✨ Мөһим кеше булыу яҡшы, әлбиттә. Әммә яҡшы кеше булыу мөһимерәк.
✨ Асыуланышыу урын тарлыҡтан сыҡмай, күңел тарлыҡтан сыға.
✨ Беҙҙән түбәндәр генә беҙҙең хаҡта насар уйлай. Ә беҙҙән яҡшыраҡтарҙың беҙҙә эше юҡ.
✨ Күп кешеләр аҙнаны йома көтөп, айҙы байрам көтөп, йылды йәй көтөп, ғүмерҙе бәхет көтөп үткәрә. Ысынында иһә һәр көнгә ҡыуанып, һәр миҙгелгә кинәнеп йәшәргә кәрәк.
(Рәхимә Мусина фекерҙәре)