

«Был посты татарса яҙам, сөнки ҡартатайым урыҫ телендә һөйләшкәнде яратмай ине.
Минең бала сағымдың күп өлөшө өләсәйем (нәнәйем) һәм ҡартатайым менән үтте. Мин тыуғанда әсәйем — беренсе курста, атайым өсөнсөлә уҡыған (яңылышмаһам). Мин тыуғас, әсәйем академ-отпуск алып, мине ҡараған. Ә инде миңә бер йәш тә ике ай булғас, әсәйемде уҡырға ебәреп, өләсәйем менән ҡартатайым мине алып ҡалғандар (әлбиттә, әсәйҙәр аҙна һайын ҡайтып йөрөгәндәр).
Мин үҙемдең бала сағымды йылылыҡ менән иҫкә алам. Бының өсөн атай-әсәйемә рәхмәт, әммә… Йөрәгемдең иң түрендә — өләсәйем менән ҡартатайым…
Әле һаман да иҫемдә: мине балалар баҡсаһына йөрөткәндәре. Мине бик иркәләйҙәр ине инде. Үҙем атлап садикка ла инмәнем мин, ҡартатайым ҡулында күтәреп алып йөрөтә ине. Унан ҡайтыуыма өләсәйем тәмле әйберҙәр бешереп, магазиндан «жвачка», «чупа-чупс»тар алып ҡуя ине. Мунсаға нисек йөрөткәндәрен белһәгеҙ ине… Ҡурсаҡ урынына күрәләр ине. Кистәрен йырҙар йырлашабыҙ… Ҡартатайым баянда уйнай, өләсәйем йырлай, аҙаҡ мин дә ҡушылам… Шундай бәхетле бала сағым өсөн уларга мең рәхмәт.
Ҡартатайымды юғалтыу ауырлыҡтарын белһәгеҙ ине… Бер ара баҫылған һымаҡ тойола ла, аҙаҡ тағы китереп бәрә. Һеҙҙең менән бүлешкәс, нисектер еңелерәк тойола…», — тип яҙған ул.