

Өфөлә бер йәшлек сабый тәҙрәнән ҡолап төшөп һәләк булған. Әле тәфтишселәр бәләкәй баланың үлем сәбәптәрен асыҡлай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 28 сентябрҙә көндөң икенсе яртыһында теркәлгән был хәл. Өфөнөң Вострецов урамындағы күп фатирлы йорттоң 9-сы ҡатынан ҡолап төшкән малай ашығыс ярҙам машинаһында йән биргән.
Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, шаһиттарҙан һәм ғаилә ағзаларынан һорау алына, фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.