Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентября , 05:25

«Әбейҙәр сыуағы» дауам итә!

Синоптиктар октябрь айына ла  фараз яһаны һәм шаҡ ҡатырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Әбейҙәр сыуағы» дауам итә!«Әбейҙәр сыуағы» дауам итә!
«Әбейҙәр сыуағы» дауам итә!

Башҡортостанда, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлөүенә ҡарамаҫтан, «Әбейҙәр сыуағы» тамамланмай. Октябрҙә лә көн торошо аномаль йылы буласаҡ.

Тәүге сығанаҡтарға ҡарағанда, «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республикала аяҙ һәм йылы көн торошо һаҡлана, һауа температураһы +17, +21 градусҡа тиклем етеп, 1 октябргәсә шулай буласаҡ. 2 октябрҙән термометр бағаналары +6 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. 6 октябрҙән республикала ҡабаттан +11, +16 градусҡа тиклем йылыта, был көҙ уртаһы өсөн аномалия булып тора.

Дөйөм алғанда, октябрь шаҡтай йылы буласаҡ. Ҡырҡа һуытыу өсөнсө декадала көтөлә. 27 октябрҙән көндөҙгө һауа температураһы минусҡа үҙгәрәсәк. 28 октябрҙә беренсе ҡар яуыуы фаразлана.

Автор:Гөлнара Солтанова