

5–7 октябрҙә ойошторола торған олимпиадала ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә кәрәк.
Бер нисә вариант һорау әҙерләнгән: башланғыс кимәл, иркен аралашыусылар кимәле һәм башҡорт теленең диалекттары. Бер тест өсөн 45 минут ваҡыт бирелә, иң юғары һөҙөмтә — 100 балл.
Олимпиадаға әҙерләнеү өсөн тел ғилеме, грамматика, лексика, фразеология, этимология, эпик һәм әҙәби мираҫ буйынса методик тәҡдимдәрҙе ҡулланырға мөмкин, тинеләр БР Мәғариф министрлығынан.
Фото: яһалма зиһен (ЯЗ) ярҙамында эшләнде.