Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентября , 05:20

Зәйнетдин «Voice of Turan» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ

Башҡортостандың халыҡ артисы, мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов «Voice of Turan» халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зәйнетдин «Voice of Turan» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡЗәйнетдин «Voice of Turan» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ
Зәйнетдин «Voice of Turan» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашасаҡ

Йыр конкурсы Төркөстанда (Ҡаҙағстан) үтәсәк. Был турала артист үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте.

Был йылда «Voice of Turan» донъяның 20 иленән башҡарыусыларҙы берләштерәсәк. Ҡатнашыусыларҙы сит ил артистары танылған ҡаҙаҡ йырсылары менән бергә сығыш яһай торған «Йондоҙло дуэт» проекты һәм «Ҡаҙаҡ йыры» конкурс этабы көтә.

«Үткән фестивалдә тамашасыларҙың күңелен яулай алдым, миңә махсус бүләк — тамашасылар һөйөүе призы тапшырылды. Маҡтаулы артистар менән таныштым һәм тап ошо сәфәрҙән һуң ҡаҙаҡ телендә йыр сығарҙым. Шул ваҡыттан бирле күп нәмә үҙгәрҙе — тәжрибәм, белемем артты, яңы йырҙарым тыуҙы», — тип билдәләне музыкант.

Автор:Гөлнара Солтанова