Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, райондың Һабантуй майҙанында еңел атлетика буйынса ярыш үткән Унда хеҙмәт коллективтары, уҡыусылар, өлкәндәр ҡатнашҡан.
350-нән ашыу кеше үҙенең спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа битараф булмағанын күрһәткән.
Акция «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы буйынса ойошторола. Йүгереү көнөндә Башҡортостан халҡы даими ҡатнаша.