

Өфө ҡалаһы буйынса 7-се полиция бүлегенә ҡаланың белем биреү учреждениеларының береһендә эшләгән 32 йәшлек ҡатындан ғариза килгән.
Апрель айында уға мессенджер аша ят ир, йәнәһе лә, сит ил гражданы, өҫтәлеп, яҙыша башлайҙар. Аралашыуҙы видеоэлемтә аша дауам итәләр. Ир «энергия практикаһы» һәм криптовалюта менән мауығыуын белдерә. Июнь айында яңы танышы ҡатынға криптовалюта менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Старт өсөн 7 мең һум аҡса һалыу кәрәк була. Ҡатын ирҙең өйрәтеүе буйынса эш итә, телефонына ул әйткән ҡушымтаны ҡуя, верификация үтә, криптовалюта һатып ала һәм 4 мең һум самаһы аҡса эшләй. Шунан һуң ир уны ҙур сумма индерергә күндерә. Шул саҡта ҡатын 1 миллион һумдан ашыу суммаға кредит ала, банк хеҙмәткәрҙәрен, аҡсаны фатирҙы ремонтлауға алам, тип алдай. Танышының күрһәтмәһе буйынса Мәскәүгә «ышаныслы крипто алмаштырыусы" аша аҡса һалыу өсөн юллана.
Артабан ир уны ялған "инвестор" менән таныштыра. Уның күрһәтмәһе буйынса ҡатын криптовалюта һатып алған һәм һатҡан, ә экранда килемдең ялған үҫеш графигын күҙәткән.
«Белгес» артабанғы килем өсөн тағы 8 миллион һум кәрәк тип белдергәс, ҡатын яңы кредиттар рәсмиләштерә һәм дуҫтарынан аҡса һорай башлаған, ярай ҙа улары баш тартҡан. Был хаҡта ялған "инвесторға" һөйләгәс, ул зыян күреүсене фатирын һатырға күндергән, ҡатын шулай эшләгән дә. Күсемһеҙ милекте һатыуҙан алынған 3 миллион һумдан ашыу аҡсаны ҡатын тағы ла криптоянсыҡҡа һалған. Шунан 156 мең һум күләмендә заём алған, уны ла инвестицияға индергән. Бер нисә аҙна дауамында ул һалынған аҡсаның яһалма үҫешен күҙәткән, әммә тиҙҙән яңы танышының уны бөтә мессенджерҙарҙа ла блокка ҡуйыуын һәм яҙышыуҙарҙы юйыуын асыҡлаған. Шул саҡта ғына ул алданыуын аңлаған.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы (алдау юлы менән мөлкәтте үҙләштереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: әгәр онлайн аралашҡан кеше һеҙгә ниндәй төймәләрҙе баҫырға кәрәклеген өйрәтә, экранды күрһәтеүҙе талап итә, һеҙҙең урынға ғаризалар тултыра икән — был остаз түгел, ә мутлашыусы. Ысын инвестор йәки брокер һеҙҙең телефон менән идара итмәй һәм экранды күрһәтеүҙе һорамай. Алдауҙың төп билдәһе: һеҙҙе кредит, заём алырға, мөлкәтегеҙҙе һатырға, ипотеканы ябырға күндерәләр икән — былар барыһы ла мутлашыусылар эше.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.