

Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә 39 йәшлек урындағы ҡатын-ҡыҙ мутлашыусылар хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Ҡатын-ҡыҙ интернетта ҡотлау һәм «тыуған көнгә бүләк» тураһында мәғлүмәт булған белдереү алған. Ул хатта күрһәтелгән һылтанма буйынса үткән һәм унда ҡур суммала аҡсалата приз отоуы тураһында белгән. «Отошто» алыу өсөн дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк булған. Енәйәтселәргә ышанып, ҡатын 3 мең һумдан ашыу аҡса күсергән, әммә вәғәҙә ителгән призды ала алмаған. Бынан һуң зыян күреүсе хәбәрҙе ебәреүсе менән бәйләнешкә сығырға һәм аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итергә тырышҡан, әммә уны блокка ҡуйғандар. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.