Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября , 05:10

Сабырлыҡ ҡына түгел, аҡса ла кәрәк

Лилиә Биктимерова улының шөғөлө хаҡында социаль селтәрендә хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сабырлыҡ ҡына түгел, аҡса ла кәрәкСабырлыҡ ҡына түгел, аҡса ла кәрәк
Сабырлыҡ ҡына түгел, аҡса ла кәрәк

Йырсы Лилиә Биктимерова үҙенең социаль селтәрҙәрендә балыҡ тотоу видеоһы менән уртаҡлашты — уның улы дуҫы менән йылға буйында балыҡ тота. Йырсы бындай хоббиҙың күпме сығым талап итеүенә зарланған һәм уны бик үк аңлап етмәүен белдергән.

— Кешеләр, минең ул балыҡсыларға иҫем-аҡылым китә. Ҡармаҡтағы бер кәсәләй генә нәмә фәлән һум тора, ә был ҡармаҡтар әле һына, әле улар яңыһын һатып ала. Магазиндан ғына балыҡ һатып алып булмай микән ни?! Балыҡ тотоу күпме сығым талап итә. Шак ҡатам. Яраталарҙыр инде был эште, кәрәктер уларға... Ярай әле ул балыҡ тотолһа, тотолмай бит әле ул, — тип зарлана Лилиә Биктимирова.

Автор:Гөлнара Солтанова