Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября , 07:55

Оператив штаб ултырышы үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Республика йортонда төбәк оператив штабының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив хеҙмәттәр вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә – стратегик әһәмиәттәге сәнәғәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын һаҡлауҙы көсәйтеү.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оператив штаб ултырышы үттеОператив штаб ултырышы үтте
Оператив штаб ултырышы үтте

Радий Хәбиров пилотһыҙ осҡостар һөжүмен телгә алды.

– Был аҙнала ла һөжүм иттеләр. Бөтә хеҙмәттең берҙәм эшенә һәм һаҡлауҙы дөрөҫ ойошторғанға күрә, беҙ һөжүмде кире ҡаҡтыҡ. Шулай ҙа сәнәғәт, энергетика һәм йылы менән тәьмин итеү объекттарында хәүефһеҙлекте көсәйтеү мөһим, - тине ул.

Ултырышта ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында үҙ-ара бәйләнештә булыу, диверсияға ҡаршы тороуҙа берҙәмлек мәсьәләләре буйынса предприятиелар һәм ойошмалар етәкселегенә яңы йөкләмәләр бирелде.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова