Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября , 06:55

Мөһим проблема

2026 йылдың беренсе һигеҙ айында Рәсәйҙә дропперҙар һаны 48 тапҡырға артҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мөһим проблемаМөһим проблема
Мөһим проблема

Үҫмерҙәрҙе мутлашыусылар эшенә йәлеп итеүҙең 720-нән ашыу осрағы теркәлгән. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының кибер енәйәткә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Калинин хәбәр иткән: vk.cc/d22zAo.

Ни өсөн һандар шулай юғары күтәрелгән?

Төп сәбәптәрҙең береһе - РФ Енәйәт кодексының 187-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәр: vk.cc/d22zF5. Атап әйткәндә, электрон түләү саралары менән законһыҙ ғәмәлдәр өсөн енәйәт яуаплылығы булдырылды. Шул иҫәптән, килем алыу өсөн банк картаһын йәки иҫәпте икенсе кешегә тапшырыу.

Ата-әсәләргә нимәне белеү мөһим?

Хәҙер ата-әсәләр балаларының банк иҫәптәре тураһында белешмәләр һората ала - был шикле әүҙемлекте ваҡытында күрергә ярҙам итә.

Мутлашыусылар балаларҙы нисек йәлеп итә?

Күпселеге улар социаль селтәрҙәрҙә һәм мессенджерҙарҙа "еңел" аҡса тәҡдим итә - "картаңды бер нисә көнгә биреп тор", "аҡсаны күсерергә ярҙам ит - бер нәмә лә булмай". Ысынында, был енәйәт схемаһында ҡатнашыу һәм хатта үҫмерҙәр өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған. ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова