Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентября , 08:54

Муйыл сәскә атҡан саҡта...

Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында йәшәгән шағир Марсель Хамматовтың шиғырына Ишҡол ауылынан Ҡунаҡбай Ҡаһарманов яҙған йыр бер кемде лә битараф ҡалдырмай... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Муйыл сәскә атҡан саҡта...Муйыл сәскә атҡан саҡта...
Муйыл сәскә атҡан саҡта...

Муйыл сәскә атҡан саҡта

Муйыл сәскә атҡан саҡта
Уйлайһыңдыр,бәлки, минең хаҡта.
Мин йөрөйөм әле сит яҡтарҙа,
Моң -зарымды түгеп сит - яттарға...

Муйыл сәскә атҡан саҡта
Көндәр һыуып, ҡарҙар яуалар.
Минең дә өшөгән йөрәгемде
Кемдәр өрөп, кемдәр дауалар...

Муйыл сәскә атҡан саҡта
Ҡырҡты шаулай, Ҡырҡты йә тыныс.
Мин йөрөгән ошо сит яҡтарҙа
Дуҫтар үлә...Бында ҡурҡыныс.

Муйыл сәскә атҡан саҡта
Ҡоштар инде оя ҡоралар.
Йәп - йәш көйө, йәшәп өлгәрмәйсә
Йәш егеттәр донъя ҡуялар.

Муйыл сәскә атҡан саҡта
Еңеү яҙын көтә һәр кем дә.
Йә, Хоҙайым, түҙемлектәр бирсе,
Ышанысым бары тик һиндә!!!

Марсель Хамматов.

Фото: М.Хамматовтың сәхифәһенән.

Видео: Ҡунаҡбай Ҡаһарманов.

Автор:Баныу Ҡаһарманова