Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентября , 12:05

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Иртәгә Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановтың тыуыуына 70 йәш тулыуға арналған "Башҡорт рапсодияһы 2. Ваҡыт туҡымаһы" тип аталған күргәҙмә асыла. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Башҡортостандың Милли музейына рәхим итегеҙ!  

Добавить в предпочтительные источники Google
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Экспозицияла - картиналар, рәссамдың шәхси әйберҙәре, архив фотолары, "ВХ" журналының сығарылыштары үрелгән картиналар.

"Башҡорт рапсодияһы" — Вәсил Ханнановтың иң билдәле һәм күләмле арт-проекттарының береһе. Был цикл авторҙың мәҙәниәткә, халыҡ ижадына һәм бала саҡ хәтирәләренә бағышланған философик-эксперименталь эштәр серияһынан тора. Уларҙа рәссамдың "өләсәй һандығынан" алынған сәнғәт эстетикаһы, бала саҡ рапсодияһы сағылыш таба. Проект сиктәрендә Вәсил Ханнанов традицион һынлы сәнғәтте генә түгел, ә ысын көнкүреш предметтарын — иҫке балаҫтарҙы, келәмдәрҙәге биҙәктәрҙе ҡулланып, уларҙы заманса арт-объекттарға (ассамбляж, инсталляция) әйләндерә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова