Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентября , 06:15

«Бер ҡасан да йырлама!»

 Айдар Ғәлимовҡа билдәле хитты йырлауҙы тыйғандар.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Бер ҡасан да йырлама!»«Бер ҡасан да йырлама!»
«Бер ҡасан да йырлама!»

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимовҡа билдәле бер йырҙы йырлауҙы тыйғандар. Ул ниндәй популяр йырҙы йырлауҙы тыйыуҙары тураһында һөйләне.

— Был йырҙы мин мөмкин тиклем бөтә күңелемде һалып башҡарҙым. Күптәр уны тап минең башҡарыуымда тыңланы. Йыш ҡына уны йырлауымды һорайҙар. Ләкин хәҙер мин уны йырламайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай килеп сыҡты, мин үҙем дә быны көтмәгәйнем. Уның авторы бер ваҡыт миңә: «Һин был йырҙы йырлама инде», — тигәйне. Мин аныҡлап: «Хәҙер йырламайыммы, әллә бөтөнләй йырламайыммы?» — дип һораным. Ә ул хужаларса бик ышаныслы итеп: «Бер ҡасан да», — тине.

«Нәмә булды һиңә бөгөн?» йыры тураһында һүҙ бара. Һүҙҙәренең һәм музыкаһының авторы — татар яҙыусыһы, драматург һәм автор-башҡарыусы Зөлфәт Хәким.

Айҙар Ғәлимов автор үҙе был йырҙы бик яҡшы башҡара, тип өҫтәне.

— Ә мин шунан бирле был йырҙы йырламайым, — тип тә белдерҙе артист.

Автор:Гөлнара Солтанова