Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентября , 09:18

Тәжрибәле бур

Өфөлә студент ҡыҙҙың машинаһынан магнитола урлаған ир тотолған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәжрибәле бурТәжрибәле бур
Тәжрибәле бур

Өфө полицияһына 22 йәшлек ҡыҙ «Форд Фокус» автомобиленән магнитоланы урлауҙары тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Асыҡланыуынса, зыян күреүсе машинаһын 8 Март урамындағы йорт янында ҡалдырған. Иртәнсәк ул машина ишегенең асыҡ булыуын һәм салондан магнитоланың юғалыуын асыҡлаған. Зыян күләме 25 мең һумдан ашыу тәшкил иткән.

Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре шикләнеүсенең кемлеген тиҙ арала асыҡлаған. Ул электән енәйәт юлына баҫҡан 37 йәшлек ир булып сыҡҡан. Тотолған ир машина ишегенең йоҙағын ватыуын, магнитоланың сымдарын ҡырҡып алыуын һәм алып ҡасыуын таныған. Ул урланған әйберҙе һатып, аҡсаны тотоноп бөткән.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы 2-се өлөшө (урлыҡ) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шикләнеүсе ҡаланан ситкә сыҡмау тураһындағы ҡултамға ҡуйып, иреккә сығарылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова