Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентября , 11:04

Еңел ҡотолған әле

Дыуан районында йәшәүсе ҡатын фотолар генерациялау өсөн ҡушымта күсереп алғанда 26 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңел ҡотолған әлеЕңел ҡотолған әле
Еңел ҡотолған әле

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дыуан районы буйынса бүлегенә 36 йәшлек урындағы кешенән ғариза килгән. Ҡатын дистанцион мутлашыу ҡорбаны булған.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ғариза биреүсе фотолар генерациялау өсөн ҡушымта эҙләп, браузерҙарҙың береһен ҡулланған. Интернет селтәрендә ул бер сайтҡа инеп, үҙенең ҡоролмаһына «NeiroAl.apk» файлын күсереп алған. Әммә күсереп алынған файл асылмаған, ә бер аҙҙан һуң зыян күреүсе банк иҫәбенән 26 мең һумдан ашыу аҡсаның алыныуын асыҡлаған. Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы (урлашыу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция иҫкәртә: шикле хәбәрҙәрҙәге һылтанмалар буйынса бер ҡасан да инмәгеҙ, хатта улар таныштарығыҙҙан килһә лә — уларҙың аккаунттарын муттар ватып инеүе мөмкин. Бигерәк тә .apk киңәйтеүле файлдарға һылтанмалар хәүефле — улар телефонға һиҙҙермәйенсә вирус урынлаштырырға мөмкин, ул SMS-хәбәрҙәргә һәм банк ҡушымталарына инеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ телефон көйләүҙәрендә билдәһеҙ сығанаҡтарҙан ҡушымталар ҡуйыуҙы тыйығыҙ һәм бер кемгә лә SMS аша килгән кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова