Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентября , 11:36

Була бит шундай әсәләр...

Үҙен генә түгел, балаһын да хәүеф аҫтына ҡуйып, иҫерек килеш руль артына ултырған.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Була бит шундай әсәләр...Була бит шундай әсәләр...
Була бит шундай әсәләр...

Бөгөн төндә юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре Бәләбәйҙә 30 йәшлек иҫерек ҡатынды рул артында туҡтатҡан. Прибор тынында 0,696 мг/л алкоголь күрһәткән. Рөхсәт ителгән күрһәткестән 4-5 тапҡырға артыҡ миҡтар был. Салонда уның 4 йәшлек балаһы ла булған.

Ҡатынға ҡарата протокол төҙөлгән, машинаһын махсус туҡталҡаға ҡуйғандар.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова