

Башҡортостан Башлығы өс көнлөк һайлауҙы лайыҡлы үткәргән өсөн муниципалитет етәкселәренә, көс структураларына рәхмәт еткерҙе. Тауыш биреүгә хоҡуҡлыларҙың 78,64 проценты һайлауға барған.
- Беҙ был эште атҡарып сыҡтыҡ, - тине республика етәксеһе.
РФ Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттарҙың төп бурыстарын билдәләне.
Әүҙем эшләгән депутаттарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Махсус хәрби операция яугирҙары ла һайлауҙа әүҙем ҡтанашҡан, шул иҫәптән кандидат булараҡ та. һәм төрлө кимәлдәге органдарға һайланыусылар ҙа бар.
Яҡынса йомғаҡтар тураһында БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов мәғлүмәт бирҙе.
Федераль округ буйынса тауыштар шулай:
«Берҙәм Рәсәй» - 60,72 %, КПРФ - 10,93 %, ЛДПР - 8,42%, «Ғәҙел Рәсәй» - 8,11 %.
Бер мандатлы округтарҙан:
Иң теүәл һандарҙы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 25 сентябрҙә хәбәр итәсәк.
Фото: скрин.