

«Башҡорт хужабикәһе» булараҡ билдәле блогер Миләүшә Шәйхлисламова фотосессияһы буласағын, шуға күрә үҙен тәртипкә килтерергә кәрәклеген белдерҙе.
– Минең тормошомда тәүге тапҡыр фотосессия буласаҡ, – тип өҫтәне блогер.
Ул фотосессияларҙы яратмауын билдәләне, сөнки уға етди һәм оҙаҡ әҙерләнергә кәрәк: макияж яһарға, прическа эшләргә, биҙәнергә, ә унан һуң фотоға төшөргә. Быға тотош бер көн китә.
– Мин быны бушҡа ваҡыт үткәреү тип һанайым. Ә бында мин «юҡ» тип әйтә алманым, – тип ысҡындырҙы Миләүшә һәм уға Өфөнөң шәп бер журналы фотосессия ойоштороуын әйтте. Был баҫма «Башҡорт хужабикә»һе тәҡдим иткән фотоларҙан баш тартҡан. Шуға күрә уға макияж яһарға тура килгән.
– Ниндәй кейемдә фотоға төшәсәгемде лә белмәйем, – тине һәм теләһә ниндәй кейемдә лә төшөргә әҙер булыуын белдерҙе.Оҙаҡ әҙерләнгәндән һуң, «Башҡорт хужабикәһе»нә бер нисә яңы образ тыуҙыра алдылар.