

Кисәне Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һәм әҙәбиәт вәкилдәре ойошторҙо. Юбилярҙы Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең методика бүлеге етәксеһе Рәмзиә Хәмитова, А. Инан исемендәге үҙәк мөдире Гүзәл Ишбулдина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе, «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләне.
Байрамдан ижади мөхит вәкилдәре лә ситтә ҡалманы. Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Ғәлимова, шағирҙар Кәрим Сәлимов, Рита Фәтҡуллина, Тәнзилә Маликова һәм башҡалар юбилярға йылы һүҙҙәр еткерҙе. Зөһрә Үтәғолованы ҡотларға ҡыҙҙары, туғандары, студенттары һәм дуҫтары ла килде.
Байрамдың күркәм биҙәге — музыкаль сығыштар булды. Динар Абдуллин, Рүзәлиә Ниғмәтуллина, Ансар Вәхитов һәм Вәсилә Халикова үҙҙәренең йырҙары менән тамашасылар күңелен яуланы. «Көмөш волонтёрҙар» Рима Муллаҡаева һәм Ольга Ғөбәйҙуллина ла кисәгә йәм өҫтәне.
Кисә ихлас аралашыу, матур теләктәр һәм күңелле хәтирәләр менән үрелеп барҙы. Байрам ахырында юбиляр сараға килгән һәр кемгә рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙе һәм шиғырҙарын уҡыны.