

21 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында айырыуса йәнлелек һәм йылылыҡ хөкөм һөрҙө. Бында билдәле автор-башҡарыусы Гәлсәр Байғусҡарованың «Бетеү» йырының исем туйы үтте. Проект ПФКИ-ның Музконтент һайлап алыу еңеүсеһе була һәм ПФКИ-ның балалар һәм йәштәр өсөн музыкаль аудиовизуаль контентты махсус һайлап алыу сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проекттың ижади командаһы клип тәҡдим итте.
Кисәлә йыр авторы Гәлсәр Байғусҡарова ҡурайсы Арыҫлан Өморҙаҡов, пианист Данил Плешаков, гитарасы Андрей Турабов оҙатыуында «Бетеү» йырын һәм үҙенең репертураһынан башҡа композицияларҙы башҡарҙы.
Йыр һәм клип нигеҙендә ябай, әммә көслө тарих ята. Туғандарының ҡулдары менән үрелгән иҫән ҡалыу беләҙеге яугир өсөн һаҡлыҡ, йорт тураһында иҫкәртеү һәм көс сығанағы булып тора. Беләҙектең образы бында яҙмыштарҙың үрелеше: әсә, ҡатын, ҡыҙ һәм яугирҙың үҙе. Авторҙар билдәләүенсә: ғаилә - дәүләт нигеҙе, ә яҡындарҙың доғаһы - иң ҡеүәтле һаҡланыу сараһы. "Бетеү" йыры ҡатын-ҡыҙ мөхәббәтенең һәм тоғролоғоноң көсө тураһында.Быуаттар үтә, быуындар үҙгәрә, ә улын көткән әсә образы, ирен көткән ҡатын образы, атаһын көткән ҡыҙ образы ҡала. Бөгөн беҙ, халҡыбыҙ, илебеҙ ауыр ваҡыттар кисерә. Һәм йөҙҙәрсә, меңдәрсә ҡатын-ҡыҙ туғандарының иҫән-һау ҡайтыуын көтә. Был йырҙы мин һеҙгә, ҡәҙерле ҡатындарға, бөгөн ватаныбыҙҙы яҡлаусыларҙың әсәләренә бағышлайым, – тине Гәлсәр кисәне асып.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадырова йырсының ижад юлында ни тиклем етди, көслө булыуына хайран ҡалыуын, һоҡланыуын белдерҙе.
«Ул үҙе бик шәп һүҙҙәр, музыка яҙа һәм үҙе оҫта башҡара. Автор башҡарыуы һәр ваҡыт тәрәнерәк, анығыраҡ, киҫкенерәк. Яңы йырында Гәлсәр беҙҙең ҡатмарлы заман рухын нескә, хисле һәм көслө итеп белдерә алды", - тине ул.
Тамашасылар араһында ирекмәндәр, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә бар ине. Кисәнең мөхитенән күңелдәр йомшарҙы.
Бөгөн йыр илдең бөтә музыкаль майҙансыҡтарына сыҡты.