

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, кисә киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлының 16-сы саҡрымында "ВАЗ-2114" автомобиленең 44 йәшлек водителе, Өфө яғынан Белорет йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, ҡаршы килгән «Черри Тиго» һәм «КАМАЗ» автомобилдәре менән бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "ВАЗ" водителе һәм уның 39 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән.
Ваҡиға буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, фажиғәнең барлыҡ шарттары асыҡлана.