Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентября , 09:00

Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?

БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев МАКС-тағы каналында мөһим хәбәр менән уртаҡлашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?
Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы?

Урал Таһир улы былай тип яҙҙы:

"Башҡорт теленең яһалма зиһендә үҫеше ҡыҙыҡһындырамы? 30 сентябрҙә «Башҡортостан телдәре һәм мәҙәни мираҫы: мәғлүмәттәр йыйыу һәм уларҙы ЯЗ өлкәһендә ҡулланыу мөмкинлектәре» тигән презентация сессияһы үтә. Сарала телдәр һәм мәҙәни мираҫ буйынса мәғлүмәттәр йыйыу, уларҙы цифрлаштырыу һәм яһалма интеллект технологияларын үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре тураһында һөйләшеү була.

30 сентябрь ⏰ 15:00

Өфө ҡалаһы, Заки Вәлиди урамы, 32/2Б, Геном үҙәге Башҡорт теленең киләсәген технологиялар менән бәйләү, тел мәғлүмәттәрен йыйыу һәм уларҙы ЯЗ-де үҫтереүҙә ҡулланыу мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырһа, сараға рәхим итегеҙ!

Теләүселәргә алдан теркәлеү мөһим. Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән".

Теркәлеү өсөн һылтанма: https://forms.yandex.ru/u/6aaccab295add5277e3f8992

 

Автор:Алһыу Ишемғолова