

Ул видеобәйләнештә үтте. Кәңәшмәлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. Дмитрий Медведев һайлауҙарҙың уңышлы үтеүе тураһында белдерҙе. “Һайлау барышына ҡамасауларға теләгән дошмандарға, террор акттарына ҡарамаҫтан, һайлауҙа ҡатнашҡан граждандарға рәхмәт. Был махсус хәрби операция шарттарында уҙған тәүге федераль һайлауҙар”, - тине ул.
"Республикала тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтте”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, республика тауыш бирергә хоҡуҡлы кешеләрҙең 78 проценты һайлауҙа ҡатнашҡан. Ауыл халҡы әүҙем булған. Ҡалалар араһында Күмертау, Салауат, Нефтекама, Ағиҙел юғары һөҙөмтә күрһәткән. Һайлау протоколдарын эшкәртеү дауам итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.