

Нимә ҡиммәтләнгән?
Аҙыҡ-түлек. Шәкәр, макарондар һәм ярма.
Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар. Теле-радио тауарҙары, смартфондар, яғыулыҡ.
Хеҙмәттәр. Сит илдәргә турҙар, мәҙәни-күңел асыу саралары.
Нимә арзанайған?
Аҙыҡ-түлек.Емеш-еләк һәм һөт ризыҡтары, сәй, ҡәһүә.
Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар. Тотонолған сит ил машиналары, дарыуҙар.
Хеҙмәттәр. Республикала һәм Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙендә ял итеү, поезға юл хаҡы.
Рәсәй банкының төбәк бүлексәһе белгестәре 2026 йылдың авгусында Башҡортостанда хаҡтар үҙгәреүенең төп сәбәптәрен атаны:
Артыуы →
Шәкәр запастары миҙгелгә күрә кәмегән, ә ихтыяж ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләү осоронда артҡан.
Һум көсһөҙләнеүе арҡаһында сит ил электр приборҙарына һәм сит илгә юлламаларға хаҡтар артҡан.
Юғары ихтыяж шарттарында яғыулыҡҡа хаҡтар артыуын дауам иткән.
Түбәнәйеүе →
Үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш һәм һауылған һөт миҙгеленә ҡарай күберәк.
Тотонолған автомобилдәргә ихтыяж кәмеү сәбәпле, хаҡтары түбәнәйә.
Рәсәйҙә туризм һәм тимер юл билеттары ил эсендә ял итеүгә ихтыяж миҙгелле кәмеүе сәбәпле арзанайған.
"Августа Башҡортостан иң түбән йыллыҡ инфляциялы өс төбәк иҫәбенә инде. Республикала тауарҙар ҙа, хеҙмәттәр ҙә ил буйынса уртаса күрһәткестәргә ҡарағанда кәмерәк ҡиммәтләнде", - тип билдәләне Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең иҡтисад бүлеге йүнәлеше начальнигы Алмаз Ғабдуллин.
Рәсәй банкының мәғлүмәт-аналитика материалы: vk.cc/d1RqTh