

"Ғәҙел Рәсәй" партияһының республика бүлексәһе советы рәйесе Владимир Нагорный белдереүенсә, Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылышында партия фракцияһы эшләне, улар байтаҡ етди закон сығарыуға булышлыҡ итте.
КПРФ үҙәк комитеты секретары, төбәк партия исемлеген етәкләүсе Александр Ющенко өс көнлөк тауыш биреү системаһын ыңғай баһаланы. Һайлауҙың ҡатмарлы осорҙа үтеүен билдәләне.
- Бөгөнгө шарттарҙа, илгә ситтән янауҙар булған саҡта, халыҡтың тауыш биреүгә килеүе күҙәтелде. Бөтә илдә күпселек һайлаусы тауыш бирҙе. Тимәк, власҡа ышаныс бар, - тине партия вәкиле.
Фото: автор фотоһы.