

"Родина" сәйәси партияһының республика бүлексәһе рәйесе Арсений Маслов һүҙҙәренсә, улар һайлаусылар менән йыш осраша, был тауыш биреүҙәр алдынан да әүҙем эшләгәндәр.
- Конкуренция бик етди булды. Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға әҙерлекте һәм уны үткәреүҙе беҙ юғары баһалайбыҙ. Партиябыҙҙы иң яҡшы яҡтан күрһәтергә тырыштыҡ. Белеүегеҙсә, партия рәйесе Алексей Журавлёв беҙҙең республикабыҙҙан Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланыуға кандидат булды. Минеңсә, һайлауҙар асыҡ һәм үтә күренмәле булды. Быны һайлау участкаларында видеояҙма алып барылыуы, күҙәтеүселәрҙең, шул иҫәптән көнәркәш партияларҙан вәкилдәрҙең эшләүе лә дәлилләй. Беҙ һайлау участкаларындағы хәлде даими күҙәтеп барҙыҡ. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында юғары профессиональ кимәлдәге кешеләр эшләүенә тағы бер ҡат инандыҡ. Һайлауҙар ойошҡанлы һәм юғары кимәлдә үтте, — тине Арсений Маслов.
"Рәсәй пенсионерҙары партияһы социаль ғәҙеллек өсөн" партияһының Башҡортостандағы бүлексәһенән 3-сө бер мандатлы Өфө округынан кандидат Роберт Ваһапов һайлауҙарҙы ҙур ваҡиға тип ҡабул итә, был юлы ла тауыш бирергә ғаиләһе менән барған, ейәнсәре тәүге тапҡыр һайлаған.
"Кеше бер саҡырылышта ғына депутат булырға тейеш", - тигән фекерҙә ул. Был осорҙа ныҡлы эшләргә, закон сығарырға, уны ғәмәлгә ашырырға өлгөрөргә кәрәк. Кандидаттарға ла талаптары юғары. Әйткәндәй, улар өсөн 95 йәшлек һайлаусы ла тауыш биргән.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Александр Мельников өс көн тауыш биреүҙе ыңғай баһаланы. Шулай уҡ алдан тауыш биреү - партияның эске праймеризы - тураһында һөйләне. Унда һайлаусыларҙан наказдар йыйылған. Кампания барышында ла халыҡ менән осрашыуҙарҙы көтөп алғандар.
Партиянан кандидаттарға килгәндә, Мельников ҡатын-ҡыҙҙарҙың да күп булыуын әйтте, сама менән 40-45 процент.
Фото: автор фотоһы.