

Ҡалала 5G нигеҙендә хеҙмәттәрҙе МТС компанияһы күрһәтә. Селтәрҙе эшләтеп ебәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды. Заманса элемтә инфраструктураһын үҫтереү — «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проектының төп бурыстарының береһе.
Өфө Рәсәйҙә 5G-ны эшләтеп ебәреүҙең тәүге этабына ингән 16 ҡала иҫәбенә инде. Дөйөм алғанда, бишенсе быуын юғары тиҙлекле мобиль интернетына яҡынса 10 миллион кеше мөмкинлек алды.
Фото: Контента | Инфоповод